Инсан (Insan)
Яна күперҙәр (The Bridges Are Burning) (Remastered) (Bonus Track)
[«Яна күперҙәр» йырының һүҙҙәре]

[Текст песни «Яна күперҙәр»]

[Куплет 1: S.E.R.]
Мин һаман белмәйем, был ауырыу әллә табыныу ялған Аллаға
Дармандың хаҡы юҡ, яуабым: ”Fuck you!”, мин йығылһам да, күтәргән ҡалҡан аумаған!
Таңдар һаналғанын белә тороп кистәремде иҫәрлеккә батырҙым, ләкин ысын булдым
Эҙләнем мәңгелекте? Эйе. Ә ижад - үлер өсөн тыуған икәндең онотоу ысулы
Тормош - ҡуласа тылсымға тулы, әгәр ҙә юйһаң нимә хәтергә уйылды
“Ҡыш яҡын”, йәшәнек гел уны көтөп, бында һәр герой төп - тәхеттәр уйыны!
Рэп минең бөкрәйгән арҡалай, һәм төҙәлеү көтә һаман үлгәнде
Ҡәләм оҫтаһы тинең? Юҡҡа, ни төшөргәнде күрмәнем, ҡараңғылыҡ ҡапланы бүлмәмде!
Аңымды күмгәнмен ҡайҙа? Әллә ул минән яҙҙы?
Тормош татыған һайын ҡалтырап төҙөгәнде һүтергә аҙым
Ҡалһа ла, үҙгәртмәй баҫым яраның үҙәккә баҫтым
Йыһандың сиген йыртамдыр тинем, тотоп түбәһен баҙҙың...
Үгәйме яҙмышым, ә? Ғүмер йә яңылыш мәл? Һора hublot хужаһынан
Мин белмәйем, дөрөҫмө өмөт һаҡлау, ләкин барам бөгөлмәй атлап, тере һаман шуға һымаҡ, яҙам һаман шуға һымаҡ
Бушатырға ине эстәге бушлыҡты, ҡушылмай тыңлаусыныҡына, тыңлаусыныҡына
Әммә бер азатлыҡты тәмләп ҡалған күңел ҡылдарҙы өҙә, тыңлауһыҙ сыйылдай!

[Ҡушымта: S.E.R. (һәм LeNaR15KH)]
Сәғәттәргә өҫтәп ҡомдо
Сәбәп һәм һөҙөмтә ҡоло
Мин бит ситенән сығып китәм
Ҡуям тип өтөрҙәр...
Онотма!
Минең юл боролһа ла ҡапыл
Йә өҫкә, йә аҫҡа...
Яна күперҙәр төҙөлмәгән
Ҡарап үҙемдең йөҙөмә бер
Яҙмыш
Ҡуй был көйҙөң ҡушымтаһын
Ҡулым төртөр бушлыҡҡа
Ҡасҡандай йөҙ төрмәнән...
Сәсәйем азатлыҡтан
Аҫҡан һымаҡ тәҡдиремде -
"Мәңге" һүҙен көлдә яҙам....
[Куплет 2: S.E.R.]
Таҙа биттән яҙам тиһәм
Был ”Һуңғы тапҡыр” дәфтәренең аҙағы икән
Тура юл яҙҙай иркә, туҡтарға баҫам ниңә?
Ғүмер- танго үлем менән, бейейем ҡарҙа кинәнеп!
Намаҙмы икән тип уйланым, тубыҡта торғанды аңлап ҡалып
Алланан ныҡ ҡурҡҡан - мин Иблис, уйлаһаң иҫ киткес
Тимәк тағын бер диуананы алдатҡанмын!
Аҡлап аҡты донъяның, ҡалған һанһыҙ төҫөнә
Иғтибар итмәнем, ихтыяр тигәне-пазлдың төп өлөшө, тик ялғанмай өҙөктәр
Ҡомдағы эҙҙе тапай тамсылар, хәтер-ҡыҙыл төҫ урамы-Амстердам
Мин сарсаған! Бирегеҙ һыуҙар, иң эҫе ҡыҙҙар ҡуна минең булмаған концертта!
Консерватив ҡарашта тормошҡа, һа, ул берәү
Һаман тырышам ҡанлы томшоғонан үбергә
Боролоштар үрелгән лабиринтҡа минотаврҙың
Ун ете ҡушам өс мәл ғүмеремдең талғын битҡа һалынды...
Ҡалын китап алдымда, мин дөрөҫтөң ҡупҡан тышы
Йоҡлап йөҙләгән тапҡыр үткәнмен ”Һуңғы өмөт” туҡталышын
“Минең артта ҡалды”... Ә,юҡ,һаман үҙем менән
Тәржемәмде эҙләнем мәғәнәһеҙлек һүҙлегенән
Көндән-көн тиҙерәк асып битте артабанғы!

[Ҡушымта: S.E.R. (һәм LeNaR15KH)]
Сәғәттәргә өҫтәп ҡомдо
Сәбәп һәм һөҙөмтә ҡоло
Мин бит ситенән сығып китәм
Ҡуям тип өтөрҙәр...
Онотма!
Минең юл боролһа ла ҡапыл
Йә өҫкә, йә аҫҡа...
Яна күперҙәр төҙөлмәгән
Ҡарап үҙемдең йөҙөмә бер
Яҙмыш
Ҡуй был көйҙөң ҡушымтаһын
Ҡулым төртөр бушлыҡҡа
Ҡасҡандай йөҙ төрмәнән...
Сәсәйем азатлыҡтан
Аҫҡан һымаҡ тәҡдиремде -
"Мәңге" һүҙен көлдә яҙам....
[Аутро: S.E.R. (һәм LeNaR15KH)]
Сәғәттәргә өҫтәп ҡомдо
Сәбәп һәм һөҙөмтә ҡоло
Мин бит ситенән сығып китәм
Ҡуям тип өтөрҙәр...
Онотма!
Минең юл боролһа ла ҡапыл
Йә өҫкә, йә аҫҡа...
Яна күперҙәр төҙөлмәгән
Ҡарап үҙемдең йөҙөмә бер
Яҙмыш
Ҡуй был көйҙөң ҡушымтаһын
Ҡулым төртөр бушлыҡҡа
Ҡасҡандай йөҙ төрмәнән...
Сәсәйем азатлыҡтан
Аҫҡан һымаҡ тәҡдиремде -
"Мәңге" һүҙен көлдә яҙам....