Genius Translations
ARU (Azamat Nokta RU) - Nrssk (Башҡорт теленә тәржемә)
[Ҡушымта]
Урыҫса мин һөйләшәм —
Улар өсөн NRSSK (Эйе!)
Урыҫса шартлап эсәм —
Улар өсөн NRSSK (Һүу!)
Урыҫса мин уйлаһам да
Барыбер NRSSK (Уау!)
Барыбер NRSSK (Уау!)
Барыбер NRSSK (Уау!)
Баламдың исеме Галя?
Ул һаман да CHRK (Нимә?)
Мама/папа тип әйтһә лә
Ул һаман да CHRK (Нимә?)
Ҡыҙ түгел, әйтһәм «дочурка»
Мин һаман да CHRK (Шайтан!)
Мин һаман да CHRK (Шайтан!)
Мин һаман да CHRK

[Куплет 1]
Эй, һин, (*һыҙғырыу*) исем ауыр (Б(ү)әә)
Гуля булаһың, килде мигрант асып ауыҙ!
Килеп еттеләр! (Әйтмә лә инде) Ә? Нимә? Баш нимәкәй әле стан? (*көлөү*)
Сит ил паспорты ҡайҙа? Ҡатты баш
Ҡыҫҡаһы, ялҡыттың!
Ишек ас та бар ҡас, аңра (Уа!)
Беҙҙең кастаға хас тағы
Булып ҡыланма. Һәм вәссәләм!
Стас тыуа (Брррра!)
Саматта Стас тыуа...
Vista ла hasta la!
Тюбикка кире керәлмәй
Һығылған паста ла
(Метафорамы ул?)
Нишләп инде?
Һөйләшергә өйрәнер ауылда ҡартаһында
(Бәлки, йәйен, каникулда)
Ярар инде!
Белая булһын Ағиҙел донъя картаһында
(Дөрөҫ, дөрөҫ)
Ғөмүмән, ғәйепле балалар баҡсаһы...
Ғәлиә, бантигыңды бәйләле
(Йәле, йәле)
Ғәләмәт, ғәжәйеп йәнһүрәт...
Ғәлинур, улым, (Нимә?) пультик ҡайҙа?
[Ҡушымта]
Урыҫса мин һөйләшәм —
Улар өсөн NRSSK (Эйеееее!)
Урыҫса шартлап эсәм —
Улар өсөн NRSSK (*көлөү*)
Урыҫса мин уйлаһам да
Барыбер NRSSK (Уаай!)
Барыбер NRSSK (Баай!)
Барыбер NRSSK (шулай)
Баламдың исеме Галя?
Ул һаман да CHRK
Мама/папа тип әйтһә лә
Ул һаман да CHRK
Ҡыҙ түгел, әйтһәм «дочурка»
Мин һаман да CHRK (Эйееее)
Мин һаман да CHRK (Эйееее)
Мин һаман да CHRK

[Куплет 2]
Бына ҡара! Ике тел - ул ҡош булһа (Шунан?)
Ул бит башына һыймай, оя тула (Аһа)
Мәктәптә оят була, уян, туған (Ааа)
Етәлмәй ул яҡтыға, ҡуя дуға (М-мм)
— Атай-атай, нимә ул БТМ? (Уай)
— Ҡасандыр шундай дәрес булғайны, әсәй менән икебеҙ өйрәнә торғайныҡ (Нимә?)
— Ни өсөн һин ҡәрсәй менән икенсе телдә?... (Эйе)
— Башты ҡатырмале!
— Ә?
— Миңә бәйләнмә, тим!
— Балама ҡуйҙығыҙ өс? (Һей!) Беҙҙә бит һуң аттестат!
— Баһала түгел бит көс...
— Булаһығыҙ тотҡон!!! (Аңланыңмы?)
Алама дәресең кәрәк түгел һынлы сәнғәт һымаҡ!
Алам да РХМА-ға барам, тешләрһегеҙ тырнаҡ! (*төкөрөү*)
— «Кәмһетелгәндәр» ҡыйын, «Ырғыҙ»ҙы аңламаҫтар (Шайтан!)
Бикбайҙы бирһәм быйыл, бәлки, ятлай алырҙар... (*тамаҡ ҡырыу*)
Балалар, уҡый алабыҙмы Назар Нәжмине?
— Ул нимә тине?
— Шайтан белһен, ҡайҙа баҫырға тине?
— Тел мөһим түгел, донъя кешеһе булып ул үҫә! ([?])
— Юҡты һөйләйме сит телдәрҙә?
— Юҡ әлегә... ([?])
— Әлдә ата-бабаларым беҙгә туған телде алып ташланылар
Тап шуға күрә мин БДИ-ны яҡшыраҡ тапшырасаҡмын (Нимә көләң?)
[Ҡушымта]
Урыҫса мин һөйләшәм —
Улар өсөн NRSSK (Эйе!)
Урыҫса шартлап эсәм —
Улар өсөн NRSSK
Улар өсөн һуғышам
Барыбер NRSSK (Һыаа!)
Барыбер NRSSK
Барыбер NRSSK
(Баламдың) Баламдың исеме Галя?
Ул һаман да CHRK
(Мама/папа) Мама/папа тип әйтһә лә
Ул һаман да CHRK
(Ҡыҙ түгел) Ҡыҙ түгел, әйтһәм «дочурка»
Мин һаман да CHRK
Мин һаман да CHRK
Мин һаман да...

[Бөтөм]
Ҡалаға күскән беренсе быуын-уын-уын
Ҡыуана ҡолаҡлы-телле тыуып-уып-уып
Ҡолағы ғына ҡала икенселә-лә-лә
Ә өсөнсө быуында бер нимә лә
Ҡалаға күскән беренсе быуын-уын-уын
Ҡыуана ҡолаҡлы-телле тыуып-уып-уып
Ҡолағы ғына ҡала икенселә-лә-лә
Ә өсөнсө быуында бер нимә лә
Азамат
НөктәРу!
ARU!
ARU!
ARU!
ARU!
ARU!
ARU!
Азамат НөктәРу!
(*йүткереү*)
Ярай, еткән